“Сер булып ҡалһын” тапшырыуында: “Мин һигеҙ айлыҡ ҡына булып тыуғанмын, – ти ул. – Йәшәргә тейеш булмағанмын. 1800 грамм ауырлыҡта тыуғас, үпкәләрем формалашып бөтмәгән. Оҙаҡ ваҡыт яһалма һулыш алыу аппараты аҫтында ятҡанмын. Әсәй әйтеүенсә, табиптар минең йәшәп китеремә ышанмаған, аппараттан өҙөп, өйгә ҡайтарып ебәргән. Өйҙә әсәйем көмөшкә аппаратынан һауа өрҙөрөп, мине юрғанға төрөп, урамға сығып киткән. Алты сәғәт уҙғас, бәхилләшергә тип инһә, мин аҡырып илап ебәргәнмен.