19 августа Стәрлетамаҡ районы эргәһендәге юлда 33 йәшлек ирҙең балаҫҡа төрөлгән үле кәүҙәһе табылды.
Башҡортостандың Тәфтиш комитеты хәбәр итеүенсә, был үлтереү буйынса 46 йәшлек Стәрлетамаҡ кешеһе ҡулға алынған.
Тикшереү материалдарынан күренеүенсә, 17 августа мәрхүм ҡулға алыныусыла ҡунаҡта булған. Эсеп ултыра торғас, талашып китәләр. Хужа ир элекке үпкәһен онотмай, тегеһенең уға ҡул күтәреүен иҫкә төшөрә. Ыҙғыш мәлендә тегенеһе бер нисә тапҡыр көрәк менән ирҙең түшенә һуға, ике тапҡыр бысаҡ менән сәнсә. Үҙе бер ни булмағандай йоҡларға ята. Иртән уянғас, иптәшенең үлгәнен күрә. Ни эшләргә белмәй, ул үле кәүҙәне балаҫҡа төрөп, машинаһында ҡаланан ситкә сығарып ташлай.
Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә тигәндәй, үлтереүсе табыла, ҡулға алына. Хәҙер уға ниндәй яза биреүҙәрен көтәһе ҡалды.