Абау, бигерәк һимеҙ бит әле. Кеше нисек шулай һимерәлер?
Урамда ундайҙар шунда уҡ күҙгә салына. Үҙҙәренә йәлләп ҡарайбыҙ.
Эйе, Рәсәйҙә һимереүҙән яфаланғандар арта бара. Һуңғы биш йылда ошондай диагнозлылар бер ярымға күбәйгән.
Илдең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2013 йылда бындай диагноз менән 1,4 миллион пациент теркәлһә, былтыр улар ике миллиондан ашып киткән. Һимеҙҙәр буйынса Алтай крайы иң алда бара.