Йәмғиәт
25 Августа 2019, 20:57

Эт түгел, торғаны мөғжизә!

Ул хужабикәһендә яман шеш барлығын белгертә...

Фото: Екатерина Чеснокова.Фото: Екатерина Чеснокова.
Фото: Екатерина Чеснокова.
Бөйөк Британия ҡатын-ҡыҙҙарының һөйләгәнен тыңлаһаң, иҫең китер.


Ике бала әсәһе Эмма малайҙарына көсөк алып ҡайта. Бультерьер тоҡомло. Оҙаҡламай ҡатын уның сәйер ҡыланышын һиҙә. Чарли уның уң яҡ күкрәгенә ятырға, еҫкәнергә әүәҫләнгән һәм хужабикәгә ҡарап өргән.


Тәүҙәрәк Эмма майканан аш-һыу еҫе киләлер тип уйлай, әммә эт ҡылығын дауам итә. Чарли миңә нимәлер әйтергә теләй, тигән уй башына килә ҡатындың. Уң яҡ күкрәген ҡапшап ҡараһа, ҡаты төйөрҙө һиҙә.


Дауаханаға мөрәжәғәт иткәс, унда, ысынлап та, яман шеш табалар. Дауаланыу уңышлы үтә. Хәҙер ғаилә Чарлиҙы бәләнән ҡотҡарыусы тип иҫәпләй.


Тағы ла бер ҡатын – Клер Гест үҙенең лабрадоры яман шеште иртә мәлендә иғтибарларға, асыҡларға, клиникаға мөрәжәғәт итергә мәжбүрләне тип раҫлай. Һауыҡҡандан һуң ҡатын эте Дейзиҙың башҡаларға ла ярҙам итеүен теләй.


Шулай итеп, ул хәйриә программаһын ойоштора, әле 12 “медик” эте бар. Дейзи кешеләрҙә 550 яман шеш осрағын асыҡлаған. Ул хайуандарҙы яҡлау хәйриә фондының миҙалына лайыҡ булған.
Читайте нас