Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Август 2019, 15:20

Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙмы?

Яңыраҡ ҡына ут күршебеҙ Татарстандағы заманса туҡталҡаларҙы күреп, һоҡланыуымды йәшерә алмағайным: йылытҡыс һәм кондиционерҙар ҡуйылған быяла кабиналар эсендә автобустарҙың килеү ваҡытын күрһәткән экран тора, телефондарға көс йыйыр өсөн розеткалар ҡуйылған.

Яңыраҡ ҡына ут күршебеҙ Татарстандағы заманса туҡталҡаларҙы күреп, һоҡланыуымды йәшерә алмағайным: йылытҡыс һәм кондиционерҙар ҡуйылған быяла кабиналар эсендә автобустарҙың килеү ваҡытын күрһәткән экран тора, телефондарға көс йыйыр өсөн розеткалар ҡуйылған. Эсендә йәйен һалҡынса, ҡышын йылы, ҡоро, рәхәт.


Бөгөн Каруанһарай туҡталышында ошондай кабиналарҙы эшләп йөрөүҙәре күҙгә салынды. Уларҙа хатта Wi-Fi буласаҡ! Туҡталыштарҙың исеме лә ҙур, асыҡ итеп башҡортса яҙылған.


Бындай ыңғай үҙгәрештәрҙе күреп күңел һөйөнә. Тиҙҙән Өфө халҡына автобустарҙы өшөп-туңып йә тирләп-бешеп, урамда көтөүҙәрен иҫләргә кенә ҡалыр, тип ышанайыҡ.


Автор фотоһы.
Читайте нас: