Иртә таңдан Таймаҫ ауылы йорттарының береһе янындағы оҫтаханала станок геүләгән тауыш ишетелә. Салауат Муса улы ағасты йышып, уны һырлап, биҙәп, тәҙрә рамы эшләү менән шөғөлләнә бында. Бер аҙҙан уның сираттағы ижади эшен ҡарарға, хәл-әхүәл белешергә тип, янына элек мәктәптә үҙе уҡытҡан бер нисә уҡыусыһы килде. Уҡытыусылары ҡулында йәнләнеп, ысын сәнғәт әҫәре төҫөн алған сәңгелдәк, тәҙрә рамдарын, ултырғыстарҙы ҡарап, һоҡланыуҙарын йәшерә алманы улар.
Таймаҫта ғына түгел, тирә-яҡ ауылдарҙа ла, районда ла Салауат Солтангәрәевте белмәгән, ихтирам итмәгән кеше юҡтыр. Уның бар ғүмере ошо тыуған ере, тыуған тупрағынан айырылғыһыҙ.
Муса ағай менән Миңһылыу апай алты балаға ғүмер бирә. Салауат – араларында иң олоһо. Шуға күрә бәләкәйҙән уға туғандарын ҡарашырға, уларҙы ашатып-эсерер, кейендерешер өсөн йәйге каникулдарында совхоздың ураҡ эштәрендә комбайнсы ярҙамсыһы булып эшләргә тура килә. Үҫмер, үҙенең киләсәкке тормошо техника менән бәйле икәнен аңлап, тракторсыға уҡып сыға, шунан туған совхозында эшләй башлай.
Тормош тигәнең уйын түгел, ул беҙҙе көтөлмәгән ваҡиғалары менән дә шаңҡыта һуға ҡайһы саҡта. Бер көн Муса ағай фажиғәле рәүештә вафат була… Инде хәҙер ғаилә башлығы вазифаһын Салауат үҙ өҫтөнә ала, әсәһенең төп ярҙамсыһына әйләнә. Ҡусты-һеңлеләрен аяҡҡа баҫтырыуҙа, кеше итеүҙә күп эшләргә, бихисап көс һалырға тура килә уға. Был маҡсатына ирешеүҙә уның хеҙмәт яратыуы, уңғанлығы бигерәк тә ныҡ ярҙам итә.
Хеҙмәт ваҡытын тултырып ҡайтҡас, совхозда механизатор булып эшләүен дауам итә. Салауат намыҫлы хеҙмәте өсөн күп тапҡыр Почет грамоталары менән бүләкләнә, юллама менән сит илгә барып ял итеп тә ҡайта. 1978 йылдағы ураҡ эштәрендәге юғары хеҙмәт күрһәткестәре өсөн ул “Ураҡ эштәре батыры” исеменә лайыҡ булып, еңел автомобиль менән бүләкләнә.
Ауыл мәктәбенә педагогия институты тамамлаған Гөлсөм исемле математика уҡытыусыһы эшкә килә. Салауат менән йәш мөғәллимә бер-береһен яратып, ғаилә ҡороп ебәрә. Юлай исемле ул, Зөлфиә исемле ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр.
Салауат Муса улы – бик тә изге күңелле кеше, бар йәшәү мәғәнәһе – ауылдаштарына яҡшылыҡ ҡылыу, ярҙам ҡулы һуҙыу, уларҙы бәхетле итеүгә бәләкәй генә булһа ла үҙ өлөшөн индереү. Тап бына шул күркәм сифаттары уны баҫыуҙан мәктәпкә алып килә лә инде: 1986 йылдан алып Салауат Муса улы Таймаҫ урта мәктәбендә хеҙмәт дәрестәрен уҡыта башлай. Йәш быуынға хеҙмәт тәрбиәһе биреүгә бар күңелен һала ул. Был йәһәттән белемен арттырыу маҡсатында Сибай педагогия училищеһына уҡырға инеп, уны уңышлы тамамлай. Балаларға техника нигеҙҙәрен уҡытыу менән бер рәттән, уларҙы ағас эштәренә лә өйрәтә, үҙе лә өйрәнә. Оҫта эшләй-эшләй оҫтара тигәндәй, тора-бара үҙе лә ағас эше оҫтаһына әйләнә. Уҡыусылары менән бергәләп әҙерләгән, ағастан юнып, һырлап, биҙәп яһаған эштәре менән район күргәҙмәләрендә даими ҡатнаша. Мәктәп биләмәһендә уҡыусылары менән ултыртҡан ағастар әле лә бар тирә-яҡты йәмләй.
Уҡытыусыларының урынлы кәңәштәре, ярҙамы, хәстәрлеге арҡаһында Таймаҫ мәктәбенең күпме уҡыусыһы күңеленә ятышлы һөнәр һайлай! Әле лә кәңәш һорарға, хәлен белергә, ағас буйынса яңы эштәре менән танышырға өҙлөкһөҙ килеп торалар. Ысын бәхет бына шул була инде! Үрмәксенән күрмәксе тигәндәй, Юлай менән Зөлфиә лә ата-әсәләренең һөнәри юлын һайлай, ысын бәхеттәрен уҡытыусы хеҙмәтендә таба.
Уңған кеше уңған кеше инде. Салауат Муса улы менән хәләл ефете Гөлсөм Ғәбиҙулла ҡыҙы донъяларын да сынъяһау итеп тота. Уларҙың йортона, ихатаһына һоҡланып туйғыһыҙ. Йорт хужаһы ана бөгөн дә ейәнен эйәртеп алған да уны умартасылыҡ эштәренә өйрәтә. Уңған бал ҡортолай икәүләшеп мәж килә олатай менән ейән…