Кисәге бер тәүлек эсендә республикала 13 юл-транспорт ваҡиғаһы булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике кеше һәләк булды, 12 кеше имгәнде.
Иҫерек килеш руль артына ултырған 30 водитель тотолдо, ике меңдән ашыу юл ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтары асыҡланды ЮХХДИ етәксеһе Динар Ғилметдинов әйтеүенә, кисә Туймазыла бер байкер фажиғәгә тарыған. Уны юлдар киҫелешендә “Lifan Solano” бәрҙереп киткән.
Юлдарҙа хәл хәүефле ҡала. Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан водителдәрҙе уяу, тәртипле булырға саҡырабыҙ.
Фото: ЮХХДИ-ның мәғлүмәт хеҙмәтенән.