Силәбе өлкәһендә йәшәүселәр Башҡортостандан килгән йөк машиналарына юлды япҡан.
Баҡһаң, М-5 трассаһында ремонт бара икән. Былай ҙа тынғыһыҙ юл тығындарға батҡан. Шуға ла водителдәр Сим ҡалаһы аша урап үтергә маташа икән. Әлбиттә, тәүлек әйләнәһенә геүләп, саң борҡотоп, ҡала урамдарын тәләфләп, йорттарҙы һелкетеп йөрөгән йөк машиналары урындағы халыҡта ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙырған.
Тәүҙә Сим кешеләре юлға тупраҡ өйөп, ағас һалғандар. Полиция хеҙмәткәрҙәре был ҡаршылыҡты алып ташлағас, һуңғы алымды ҡулланырға булғандар: йыйылып сығып юлға теҙелешеп торғандар. Ҡатындар хатта ергә ултырып та алған.
Нисек уйлайһығыҙ, урындағы халыҡ хаҡлымы?