Әсәй кешегә енәйәт эше асҡас, ғаиләләге өс баланы опека органдары Мәскәү өлкәһендәге балалар йортона урынлаштыра.
Уларҙың береһе, алты йәшлек малай, тыумыштан церебраль фалиж сиренән яфалана. Атаһы уны бер нисә тапҡыр интернаттан алмаҡсы булып килеп йөрөй, әммә... Шуныһы ғәжәп, малайҙың үлеме тураһында ата-әсәгә лә, туғандарына ла әйтмәйҙәр. Бәләне осраҡлы рәүештә генә белеп ҡалалар. Атаһы Владиславтың хәлен һорашыу өсөн шылтыратһа, уны ерләүҙәре хаҡында белдерәләр.
Мәскәү өлкәһе буйынса Тәфтиш комитеты вәкиле әйтеүенсә, алты йәшлек малай вафат булған. Сәбәбе билдәһеҙ. Тәфтишселәр әле медицина документтарын тикшерә, балалар йорто хеҙмәткәрҙәренән, ата-әсәнән һорау ала.