Кисә интернетҡа автобуста булған йәмһеҙ күренеш һалынғайны. Водитель менән бер пассажир тартҡылаша ине унда. Унлаған пассажир тейәгән 228-се маршрут автобусының водителе икенсе транспортҡа бәрелмәҫ өсөн ҡапыл тормозға баҫа. Шаһит ҡатын әйтеүенсә, был мәлдә шофер телефондан һөйләшеп килгән. Оло йәштәге ҡатын бик ныҡ ҡурҡып, ҡәнәғәтһеҙлеген белдерә, руль артындағы кешегә иҫкәртеү яһай. Водителгә был оҡшамай, туҡтап, салонға әбей менән “разборка”ға китә. Видеола күренеүенсә, егет һүгенеп, оло ҡатындың елкәһенән матҡып тота, сумкаһынан тартҡылай. Автобустан төшөрөп ҡалдырырға теләгән кеүек уның был ҡыланышы. Әбей үҙенсә ҡаршы тороп маташа. Ниңә берәү ҙә яҡлашмаған ҡатынды, тип яҙалар интернетта. Улай тип әйтеп булмай: видеоға төшөргән пассажир яҡлашыу түгел, теләктәшлек белдереп әбей менән төшөп ҡала хатта.
Видеоны ҡарағандар бөтәһе лә тиерлек шоферҙы әрләп яҙҙы, ҡайһылары тәрбиәһеҙ егетте эҙләй ҙә башланы. Ә Илгиз исемле егет бөтәһен дә арттырып ебәрә: “ГАЗел”дәрҙең һуңғы туҡталышына килеп, әлеге хәлде башҡа водителдәргә лә еткерә. “Исеме – Әнүәр, үҙен күреп булманы, шылтыратыуға ла яуап бирмәне. Етәкселәре был инцидент тураһында хәбәрҙар. Уны эшенән ҡыуасаҡтар. Иптәштәре лә Әнүәр тураһында насар фекерҙә”, – тип яҙа егет.
Кеше менән эшләгәндәр, уларҙың ғүмере өсөн яуаплылыҡ тотоусылар ниндәй хәлдә лә үҙен ҡулда тота белергә тейеш, тип иҫәпләй күптәр. Оло кешегә ҡул күтәргән, яман һүҙҙәр менән кәмһеткән ир йоратын бер нисек тә аҡлап булмай. Әйткәндәй, бөгөн билдәле булыуынса, ирҙе эшенән ҡыуғандар.