Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Август 2019, 14:30

Мәктәпкә юлдар яҡтыра

Ҡайһы бер райондарҙа был эш һүлпән бара. Ундайҙарға Шаран, Благовар, Стәрлебаш, Күгәрсен, Йәрмәкәй, Краснокама һәм Учалы райондары инә.

Фото: glavarb.ru
Фото: glavarb.ru


Республика муниципалитеттарында мәғариф учреждениеларына илткән юлдарҙы яҡтыртыу буйынса эш тамамланды. Төбәк етәксеһе үткәргән оператив кәңәшмәлә вице-премьер – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Борис Беляев ошо турала хәбәр итте.
– Өфөнән тыш, бөтә муниципалитеттар ҙа ҡуйылған бурысты үтәү тураһында белдерҙе, – тине Борис Беляев. – Өфөлә иһә эш күләме бик ҙур. 1 сентябргә тилем баш ҡалала мәктәпкәсә һәм мәктәп учреждениелары биләмәләрен, ә 1 октябргә тиклем уларға илткән юлдарҙы яҡтыртыу күҙаллана.
Дөйөм алғанда, республикала урамдарҙағы яҡтылыҡ системаларын яңыртыу графиктан алда бара. Әле 16,5 мең яңы яҡтыртҡыс ҡуйылған, был пландың 72 процентын тәшкил итә. Бынан тыш 3,8 мең яҡтылыҡ бағанаһы ҡуйылған, ете мең боҙоҡ лампа алмаштырылған.

Ҡайһы бер райондарҙа был эш һүлпән бара. Ундайҙарға Шаран, Благовар, Стәрлебаш, Күгәрсен, Йәрмәкәй, Краснокама һәм Учалы райондары инә. Борис Беляев әйтеүенсә, был биләмәләрҙә хәл контролгә алынған, эште ваҡытында тамамлау планлаштырыла.
– Ҡала, ауылдарыбыҙҙың күптәре ҡараңғылыҡ эсендә. Беҙҙең бурыс – хәлде яйға һалыу. Әлбиттә, бер йыл эсендә мәсьәләне хәл итеү мөмкин түгеллеген аңлайбыҙ. Шулай ҙа үҙәк урамдарҙы, мәктәптәрҙе һәм балалар баҡсаларын, мәҙәниәт һарайҙарын, физкультура-һауыҡтырыу комплекстарын яҡтыртасаҡбыҙ. Был мәсьәлә эстетикаға ғына ҡайтып ҡалмай, ул халҡыбыҙ өсөн уңайлыҡтар һәм хәүефһеҙлек тәьмин итеүгә бәйле, – тине Радий Хәбиров. – 1 ноябргә тиклем эште тамамларға һәм киләһе йылға план төҙөргә кәрәк.
Читайте нас