Йәмғиәт
28 Августа 2019, 11:14

Рәхим ит, 702!

Республика урамдарында 702-се сериялы автомобиль номерҙары күреп ҡалһағыҙ, аптырамағыҙ.

Фото: Инстаграм.Фото: Инстаграм.
Фото: Инстаграм.
Республика урамдарында 702-се сериялы автомобиль номерҙары күреп ҡалһағыҙ, аптырамағыҙ. Башҡортостанда 02, 102 сериялы автомобиль номерҙары бөтөп бара икән. Хәҙер республиканың ҡайһы бер автоинспекцияларында 702-се сериялы номерҙар бирелә башлаған.
Был турала Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-ның баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов үҙенең Инстаграмында хәбәр итте. Эш планға ярашлы бара. Оҙаҡламай барлыҡ автоинспекциялар ҙа ошондай сериялы номерҙар биреүгә күсәсәк.
Эше номерҙа түгел, именлектә! Теләһә ниндәйе менән дә аварияһыҙ ғына йөрөргә яҙһын!
Читайте нас