Кемерово прокуратураһына 66 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән, ул Рәсәй Пенсия фонды пенсияһын ҡабаттан иҫәпләүҙән баш тарта, тип ялыу яҙған. Тикшереү күрһәтеүенсә, был ханым ҡартлыҡ буйынса пенсияға сыҡҡан, Пенсия фондына 1975 йылда алған КПСС билетын килтергән, унда ай һайын түләнгән ағза иғәнәләре хаҡында яҙма булған. Советтар Союзы Коммунистар партияһы Уставының 71-се пунктынды иһә телгә алынған: иғәнә күләме эш хаҡына ҡарата проценттарҙа билдәләнә. Тимәк, был яҙмалар ҡатындың эш хаҡы күләмен күҙалларға ярҙам итә.
Прокурор урындағы Пенсия фонды идаралығы начальнигына ҡануниәтте боҙоуҙары хаҡында документ ебәргән, ҡатындың пенсияһын ҡабаттан иҫәпләргә талап иткән. Һөҙөмтәлә, прокурор талабы буйынса ҡатындың партбилеты нигеҙендә пенсияһын ҡабаттан иҫәпләгәндәр һәм 160 мең һум аҡса өҫтәп түләгәндәр.