Орел өлкәһе тәфтишселәре ҡарттар интернатында инвалидтың хоҡуҡтарын боҙоу буйынса ваҡиғаны тикшерә башланы.
Әлеге ваҡытта Болхов интернатында тап ошо хәлде тикшереү бара. Инвалидтарҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен күҙәтергә бурыслы вазифа биләүселәрҙең эшмәкәрлегенә баһа биреләсәк.
Орел өлкәһе губернаторы Андрей Клычков тикшереү һөҙөмтәһендә интернатта кадрҙар мәсьәләһен хәл итергә вәғәҙә биргән. Бөтәһенә лә социаль селтәрҙәге видео “ғәйепле”. Болхов интернаты иҙәнендә яланғас оло кешенең ятыуы күренә. Эргәһенән хеҙмәткәрҙәр үтеп-һүтеп йөрөй, бер кемдең дә һалҡын иҙәндә шыр яланғас көйө ятҡан инвалидта эше юҡ.
Видео авторының әйтеүенсә, интернатта тараҡандар күбәйгән, ошо саҡырылмаған “ҡунаҡтар”ҙы ағыуларға булғандар.