Йәмғиәт
31 Августа 2019, 14:54

Туҡмалып үлер өсөн саҡырғанмы...

“Ҡунаҡтар”ҙың береһе хужаны ҡаты итеп туҡмап, икенсе бүлмәгә сығарып ырғыта.

Фото: ok.ruФото: ok.ru
Фото: ok.ru
Туймазы ҡалаһынан 42 йәшлек ирҙе үҙенең танышын үлтереүҙә ғәйепләйҙәр. Аяныслы ваҡиға әлеге лә баяғы кәйеф-сафа ҡорғандан һуң теркәлә.
Ҡаза күрәсәк кеше үҙ йортонда ҡунаҡтар ҡабул итә, өс иргә эйәреп бер ҡатын да килә. Иҫереп алғандан һуң “ҡунаҡтар” араһында ғауға сыға. Уларҙың береһе йорт хужаһын ҡаты итеп туҡмап, икенсе бүлмәгә сығарып ырғыта.
Туҡмалған ир өйөндә ауыр йәрәхәттәрҙән йән бирә. Атаһының кәүҙәһен хәл белешергә килгән ҡыҙы таба.
Әле был аяныслы ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ғәйепләнеүсе ир быға тиклем дә бер нисә тапҡыр урлашып, шулай уҡ кеше ғүмерен ҡыйғаны өсөн төрмәлә ултырып сыҡҡан булған...
Читайте нас