Йәмғиәт
31 Августа 2019, 18:41

Ялҡауҙарҙы тотоу кәрәкме?

Шәхси кәсебемде булдырып, биш ауылдашымды эшкә алғайным. Икәүһе ялҡау, артҡа һөйрәй. Эштән ебәрергә йәлләйем үҙҙәрен...

Фото: snip1.ruФото: snip1.ru
Фото: snip1.ru
“Шәхси кәсебемде булдырып, биш ауылдашымды эшкә алғайным. Икәүһе ялҡау, артҡа һөйрәй. Эштән ебәрергә йәлләйем үҙҙәрен. Ни эшләргә икән?”
Бөгөнгө ауылдарҙа байтаҡ йүнселдәрҙән ишетергә тура килә ошондай һүҙҙәрҙе. Ысынлап та, ни эшләргә һуң? Ялҡауҙарҙы йәлләргә яраймы? Дини остаздарыбыҙҙың һүҙҙәренә, дини китаптарға нигеҙләнеп, быға яуап табырға тырышайыҡ.
“Эшләгеҙ, ғәмәл ҡылығыҙ!” – тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”дә. Был һүҙҙәр өндәү, бойороҡ рәүешендә әйтелгән. Бында ғәмәл ҡылыуҙы намаҙ уҡыу, доға ҡылыу тип кенә аңларға ярамай. Хеҙмәт итеү төшөнсәһен бирә ул.
Исламда эш баһалап бөткөһөҙ ҙур әһәмиәткә эйә. “Ҡулыңды һелкет, Аллаһ Тәғәлә ризығын бирер”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Ә ниғмәтте ҡул ҡаушырып кемдәндер көтөп ултырһаң, ергә эйелмәһәң, берәү ҙә әҙерҙе килтереп тоттормай.
Бер хикәйәтте иҫкә төшөрәйек. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм бер кешенең көнө-төнө мәсеттә ултырғанын күҙәтеп йөрөгән дә башҡаларҙан: “Уны кем ризыҡландыра һуң?” – тип һораған. “Йүнсел туғаны ашата”, – тип яуаплаған улары. Пәйғәмбәребеҙ иһә быға ҡарата шундай фекер белдергән: “Тимәк, был кешегә ҡарағанда уның туғанының тормошо хәйерлерәк”. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм шулай уҡ: “Фәҡирлек, ярлылыҡ, меҫкенлек динһеҙлеккә яҡын”, – тигән. Ялҡаулыҡ, булдыҡһыҙлыҡ арҡаһында үҙ-үҙеңде лә ризыҡландыра, ҡарай алмайһың, мохтаж булып ултыраһың икән, кемгә ярҙам итә алаһың?


Коллективта ла уртаҡ маҡсатта ҡулға-ҡул тотоношоп хеҙмәт иткәндә генә ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин. Күмәкләп арҡан тартҡан ир-атты күҙ алдына килтерегеҙ. Әгәр ҙә ки өсәүһе был эшкә бөтөн көсөн һала, ә икәүһе ҡырҙа ҡарап тора, йәки башҡалар күргәндә генә ҡушылып китә икән, алға барыу ҡайҙан булһын? Ялҡаулыҡ, хәйләкәрлек, һүҙ ташыу, башҡалар елкәһендә ултырып аҡса табырға теләү бар ерҙән бәрәкәт тә ҡаса. Һәр эшкә көс тигеҙ кимәлдә һалынырға тейеш. Әгәр ҙә ки кемдер быны аңламаһа, уны хеҙмәт урынында көсләп тотоу кәрәкмәй. Етештереү тармағында ла бит ниндәйҙер тауар үтемһеҙ икән, уны алмаштыралар.
Читайте нас