Ял көндәрендә Дүртөйлө районында булған ваҡиғалар һаман тынғы бирмәй. Үҙ балаһын быуып үлтергән Юлиәне һаҡ аҫтына алдылар. Тимурҙан тыш уның биш йәшлек ҡыҙы ла бар бит әле. Был баланы ниндәй яҙмыш көтә һуң?
Әле Камилланы социаль приютҡа урынлаштырғандар икән. Был турала урындағы хакимиәттең опека бүлеге начальнигы Илфира Фәррәхова хәбәр итә.
– Бында ваҡытлыса ата-әсә ҡарауынан ҡалған балалар йәшәй. Әлегә баланың туғандарынан хәбәр юҡ, уларҙы эҙләйбеҙ. Әгәр яҡындары килеп, ҡыҙҙы үҙҙәренә алырға теләһә, быға ҡаршылыҡ булмаясаҡ. Камилла үҙен яҡшы тоя, ул бик алсаҡ бала. Һаулығы ла яҡшы, – тине ул.
Билдәле булыуынса, Юлиә ҡыҙы менән Дүртөйлө районына Силәбе өлкәһенән күсеп килә. Ҡатындың унда әсәһе һәм баланың атаһы булырға тейеш.
Ә был ваҡытта ҡурҡыныс ваҡиға булған өй ҡапҡаһында Тимурҙың фоторәсеме һәм аҡса сәскәләр гөлләмәһе ҡуйылған.
Социаль селтәрҙәрҙә яҙыуҙарынса, был фотоны баланың атаһы килеп ҡуйып киткән. Тимурҙы иртәгә, шаршамбыла ерләйәсәктәр.