Йәмғиәт
4 Сентября 2019, 15:01

Яңы тыуған сабыйын... магазин артына

Ҡотолорға маташыуының сәбәбе ниҙә?

Фото: izvestia29.ruФото: izvestia29.ru
Фото: izvestia29.ru
Бөгөн Татарстандың Сәрмәсән районында пакетка һалып ташланған сабый табылған. Яңы тыуған бәләкәсте магазин артына ташлап киткәндәр.
Сабыйҙың яланғас булған, ныҡ өшөгән. Шөкөр, иҫән. Уны тапҡан ир шунда уҡ “Ашығыс ярҙам” менән полиция саҡырта һәм баланы дауаханаға оҙаталар. Әле сабыйҙың хәле уртаса ауырлыҡта тип билдәләнә.
Шуныһы, быны ҡылған “әсә” күп тә үтмәй табылған. Ул шул уҡ магазинда эшләгән 36 йәшлек ҡатын булып сыҡҡан. Асыҡланыуынса, ул баланы үҙенең иренән тапмаған, һәм, күрәһең, ошо юл менән унан ҡотолмаҡ булған.
Ҡатынға ҡарата “әсәнең бәләкәй баланы үлтерергә тырышыуы” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Уны ҡулға алыу мәсьәләһе хәл ителә.
Читайте нас