Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Сентябрь 2019, 22:58

Десантсы Рөстәм Нәбиев икенсегә атай буласаҡ!

Ғаиләнең икенсегә сабый көтөүҙәре тураһында хәбәр иткәйнек инде. Уларҙың бер ҡыҙҙары үҫеп килә, ә икенсе сабый кем булыр икән - малаймы, ҡыҙмы?

Фото: Инстаграм.
Фото: Инстаграм.
Ғаиләнең икенсегә сабый көтөүҙәре тураһында хәбәр иткәйнек инде. Уларҙың бер ҡыҙҙары үҫеп килә, ә икенсе сабый кем булыр икән? Баҡһаң, ошо һорау Рөстәмдең Инстаграмдағы яҙылыусыларына бик ҡыҙыҡ. Бөгөн ул аңлатма бирҙе.

Хәҙер тыуасаҡ баланың енесен махсус кисә үткәреп белеү модаға инеп китте. УЗИ ваҡытында буласаҡ ата-әсә табиптан эстә кем ултырғанлығын әйтмәүҙе үтенә, уны ҡағыҙға яҙып конвертҡа һалдырып алалар. Артабан ата-әсә ул конвертты кондитерға бирә һәм торт бешереүҙе үтенә. Торттың эслеге баланың енесенә ҡарап буяла: йә күк, йә ал.

Рөстәм менән Индира ла ошолай итмәксе булған. Табиптан баланың енесен конвертҡа яҙҙырып алғандар һәм оҙаҡламай торт бешертмәкселәр. Улар был кисәгә иң яҡын туғандарын һәм дуҫтарын саҡырып матур байрам ойоштормаҡсы.

Әйткәндәй, баланың енесенә килгәндә, Рөстәм малай булһа ҡыҙығыраҡ булыр ине, ти. Шулай ҙа кем булһа ла, ихлас шат буласағы тураһында яҙа. Малай булһа мосолман исеме, ҡыҙ булһа өс хәрефле исем һайлап ҡуйыуын да белдерә.

Сабый кем булһа ла булһын, иң мөһиме һау-сәләмәт тыуһын.
Читайте нас