Йәмғиәт
6 Сентября 2019, 12:48

Асмағыҙ шул тәҙрәләрҙе...

Баш ҡаланың мәғлүмәт-диспетчер бүлексәһенә, туғыҙынсы ҡаттағы тәҙрәнән дүрт йәшлек бала ҡолап төшөүе тураһында мәғлүмәт килә.

Тышта саҡ ҡына ҡояш сығыу була, тәҙрәләр асыла башлай. Инде көҙгә аяҡ баҫтыҡ, тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы, асыҡ тәҙрәләрҙән балаларҙың ҡолап төшөү осраҡтары кәмемәй. Бөгөн Өфөлә булған осраҡ та фажиғә менән тамамланды.

Баш ҡаланың мәғлүмәт-диспетчер бүлексәһенә, туғыҙынсы ҡаттағы тәҙрәнән дүрт йәшлек бала ҡолап төшөүе тураһында мәғлүмәт килә.

– Урынға шунда уҡ табиптар бара һала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “ашығыс ярҙам” бригадаһы баланың үлемен теркәй, – тинеләр Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығында.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бала өйҙә әсәһе менән бергә булған. Хәлдең сәбәптәре асыҡлана.

Хәҙер беҙгә әбейҙәр сыуағы вәғәҙә итәләр. Көндәр бер аҙға тағы йылытыр. Бәләкәй балалар булғанда, тәҙрә асмағыҙ, сабыйҙарығыҙҙы бүлмәлә яңғыҙын ҡалдырмағыҙ.
Читайте нас