Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Сентябрь 2019, 14:17

Элек Ҡытайҙа ғына үҫкән...

Уның һуты яралыларға тиҙерәк һауығырға ярҙам иткән, уларға көс биргән, йөрәк, нервы системаһының эшмәкәрлеген, тын алыуҙы, күреү һәләтен яҡшыртҡан.

Фото: mail.ru
Фото: mail.ru
Лимонниктың биш төрлө тәме бар тигән боронғолар. Элекке Ҡытай медицинаһы ла быны раҫлаған: тышы шәрбәтле, ите әскелтем, орлоғо бик әсе, ә емештәренән эшләнгән дарыу тоҙлораҡ тәм бирә. Лимонниктың дауалау көсөн Амур буйы һунарсылары яҡшы белгән, шуға улар тайгаға киткәндә үҙҙәре менән бер шәлкем еләк һалып алған, ә япраҡтарынан сәй бешереп эскән.
Лимонникты Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында ла дарыу етешмәгәндә киң файҙаланғандар. Уның һуты яралыларға тиҙерәк һауығырға ярҙам иткән, уларға көс биргән, йөрәк, нервы системаһының эшмәкәрлеген, тын алыуҙы, күреү һәләтен яҡшыртҡан. Был еләктең һутын төнгө авиация осоусыларына, снайперҙарға, төнөн дошман тылына киткән разведчиктарға бирер булғандар.
1941 йылда совет ғалимы Д.А. Баландин лимонник емештәренән схизандрин тигән матдә алыуға өлгәшкән. Ул йөрәк-ҡан һәм тын алыу системаларын көйләүсе һәм яҡшыртыусы булараҡ билдәле.
Ниндәй витаминдарға бай һуң лимонник? Унда органик кислоталар (күберәк – лимон кислотаһы, әҙерәк миҡдарҙа – алманыҡы), шәкәр, танин, пектин, Е, С, Р витаминдары, эфир майҙары бар. Япраҡтары ла С витаминына бик бай.Һабағында ла, тамырында ла организмды нығытыусы матдәләр тупланған. Хатта көлөндә лә цинк, баҡыр, марганец, никель, титан, молибден, көмөш кеүек микроэлементтар табылған.

Элек лимонник Ҡытайҙа ғына үҫһә, хәҙер беҙҙең тәбиғәт шарттарына ла яраҡлаштырылғандары бар. Уның япраҡтарын киптереп, емештәрен туңдырып һаҡларға мөмкин. Шулай уҡ үҙебеҙҙең баландан эшләгән кеүек желе, джем яһарға була. Тағы ла һутын һығып алып, пастеризациялап, ҡышҡылыҡҡа дауалау көсөнә эйә тәғәм әҙерләп ултыртырға мөмкин. Уны аҙаҡ әҙләп кенә сәйгә, компотҡа ҡушып ҡулланырға ярай.
Читайте нас