Йәмғиәт
6 Сентября 2019, 10:47

Оксана Пушкина һәм Каринэ Хәбирова – ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһендә

Сәғәт 3-тә башланған сараның төп ҡунағы – билдәле тележурналист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Оксана Пушкина.

Фото: 7days.ru и kzgazeta.rbsmi.ruФото: 7days.ru и kzgazeta.rbsmi.ru
Фото: 7days.ru и kzgazeta.rbsmi.ru
Бөгөн Нефтекаманың мәҙәниәт үҙәгендә “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” тип аталған асыҡ академия үтә. Уның ойоштороусыһы һәм авторы – Каринэ Хәбирова.

Сараның төп маҡсаты – ҡатын-ҡыҙҙы аҙ ғына ваҡытҡа булһа ла донъя мәшәҡәттәренән арындырыу. Бында килеп һәр кем күңел кисерештәре, шатлыҡ-хәсрәттәре менән уртаҡлаша ала. Форум барышында 16 тематик майҙансыҡ эшләйәсәк, уларҙа төрлө ҡыҙыҡлы конкурстар, оҫталыҡ дәрестәре, балалар өсөн уйындар, күргәҙмәләр ойоштороу ҡаралған. Ошонда уҡ гүзәл заттарҙы психологтар, косметологтар, табиптар, стилистар ҡабул итеп, кәңәштәр бирәсәк.

Сәғәт 3-тә башланған сараның төп ҡунағы – билдәле тележурналист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Оксана Пушкина.
Читайте нас