Завод директоры пенсияға китергә йыйына һәм үҙенең урынына ҡалған егеткә өс конверт тоттора.
“Әгәр эшеңдә ниндәйҙер ауырлыҡтар килеп сыҡһа, ошо конверттарҙы асырһың”, – ти ул.
Йыл да үтмәй, яңы директор конверттың тәүгеһен асырға мәжбүр була һәм унда "Бөтәһен дә миңә япһар" тигән яҙыуҙы уҡый.
Тағы бер йылдан икенсе конверт асыла. Уныһында "Вәғәҙә ит" тигән яҙыу күҙгә ташлана.
Тиҙҙән сират өсөнсөһөнә лә етә. Һуңғы кәңәш: "Өс хат яҙ һәм уларҙы конвертҡа һал..."