Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Сентябрь 2019, 23:58

Колониянан ҡасҡан

Өфөлә кеше милеген урлағаны һәм наркотик матдәләрҙе законһыҙ таратыуҙа ҡатнашҡаны өсөн хөкөмгә тарттырылған енәйәтсене эҙләйҙәр.

Башҡортостан буйынса Яза үтәү федераль хеҙмәтенән.
Башҡортостан буйынса Яза үтәү федераль хеҙмәтенән.
Өфөлә енәйәтсе Александр Костылевты эҙләйҙәр.
Ул кеше милеген урлағаны һәм наркотик матдәләрҙе законһыҙ таратыуҙа ҡатнашҡаны өсөн хөкөмгә тарттырылған булған.
Енәйәтсе 9-сы холоҡ төҙәтеү колонияһы эргәһендәге биләмәне үҙ ирке менән ташлап киткән. Тикшереү барышында уның участкала юҡлығы асыҡланған. Енәйәтсе сығышы менән Туймазы районынан.
Әле хөкөм ителеүсенең ҡайҙа булыуын асыҡлау буйынса эҙләү эше ойошторолған.
Читайте нас