27 йәшлек егет полицияға сифатлы, әммә осһоҙ принтер алырға теләүе, сайтта төрлө варианттар менән танышыуы һәм бер интернет-магазинда үҙе өсөн ҡыҙыҡлы тәҡдимде табыуы тураһында һөйләй. Шул уҡ минутта егет магазин менән бәйләнешкә инә һәм тауарҙы өйөнә килтерергә һөйләшеп, заказ бирә. Алдан уҡ хаҡын – 107 мең һумды күсерә. Интернет-магазин хужалары принтерҙы тиҙ арала килтереп еткерәсәге тураһында вәғәҙә бирә. Тик заказын көтөп ала алмай егет. Бер аҙ ваҡыттан һуң теге оста телефон бөтөнләй яуап бирмәй башлай.