Ял итеү өсөн кешеләргә кәмендә ике аҙна кәрәк булыуы ла асыҡланған. Шул уҡ ваҡытта респонденттарҙың 29 проценты отпуск ваҡытында ла эштәге хәлдәр менән ҡыҙыҡһынып тора, шылтыратыуҙарға яуап бирә, электрон почтаһын тикшерә икән. Кешеләрҙең 49 проценты ашығыс эштәргә тотона, ә 22 проценты эштән тулыһынса ял итә. Унан тыш, ҡайһы бер рәсәйҙәрҙең отпускты эште алмаштырыу өсөн файҙаланғаны ла мәғлүм. Мәҫәлән, яуап биргәндәрҙең 23 проценты ял ваҡытында яңы эш эҙләй, 27 проценты иһә тап шуның өсөн отпуск юллауын белдерә. Респонденттарҙың алты процентына иһә бер аҙна ял да етә.