Өфөлә аҫарбаҡтарҙан ғына торған яңы футбол командаһы барлыҡҡа килгән. Әлегә улар рәсми рәүештә теркәү үтмәгән, әммә киләсәктә был маҡсатына өлгәшеренә ышаналар.
Шуныһы ҡыҙыҡ: командала элекке профессиональ футболист та уйнай. Александрға ауыр тормош юлын үтергә тура килгән.
Футболсылар әлегә аҙнаһына бер тапҡыр ғына уйын ойоштора, һәр ваҡыт майҙан юҡлығы проблемаһына юлығалар. Шуға ла ҡайҙа етте шунда йыйылып, йә балалар спорт майҙансығында, йә буш асфальтта ярыш ойошторалар.
Әлбиттә, күптәргә аҫарбаҡтарҙың үҙҙәре янында уйнағаны оҡшап етмәй. "Ололар ҙа, йәштәр ҙә, балалар ҙа шөғөлләнергә мөмкинлек бирмәй, һәр ерҙән беҙҙе ҡыуалар", тип борсола аҫарбаҡ-футболсылар.