Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Сентябрь 2019, 11:07

Сифат та мөһим, камиллашыу ҙа кәрәк

Заманалар үҙгәрҙе, элекке менән сағыштырғанда, хәҙер күп уй-ниәттәр тәғәйен ваҡытты билдәләп бойомға ашырыла. Мәҫәлән, ҡасан ғына әле парикмахер салондарында һыу буйы сират ине, бөгөн иһә “шул сәғәткә мине яҙығыҙ” тип кенә смс ебәреүең йәки шылтыратыуың етә. Кәрәк икән, йортоңа килеп тә хеҙмәтләндерәләр.

Заманалар үҙгәрҙе, элекке менән сағыштырғанда, хәҙер күп уй-ниәттәр тәғәйен ваҡытты билдәләп бойомға ашырыла. Мәҫәлән, ҡасан ғына әле парикмахер салондарында һыу буйы сират ине, бөгөн иһә “шул сәғәткә мине яҙығыҙ” тип кенә смс ебәреүең йәки шылтыратыуың етә. Кәрәк икән, йортоңа килеп тә хеҙмәтләндерәләр.


“Парикмахер сәнғәте үҙәге” яуап­лылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Нәфисә Рәхмәтуллинаны Өфө­нән килеп төшкән сағында ҡаршы алдыҡ. “Иванай тауына күтәрелдем, күп тә үтмәҫ Ҡырғыҙ-Миәкәлә булырмын, көтөгөҙ”, – тине ул. Район үҙәге буйлап йөрөп килергә ваҡыт бар. Ике-өс урында “бөҙрәхана” тигән яҙыуҙы осраттыҡ, бер-береһенән алыҫ урынлашмағандар.


Йәш ҡыҙҙың баш ҡалала ниндәй маҡсатта йөрөүен белешерҙән алда сәс киҫтереүселәр араһында кон­курентлыҡ бармы-юҡмы икәнен белештек.


Парикмахер Нәфисә Ғилметдин ҡыҙы белдереүенсә, һүҙ ҙә юҡ, көнәркәшлек бар ғына түгел, көслө лә. Бөтә осраҡта ла сифатлы хеҙ­мәтләндереү әһәмиәткә эйә. Хеҙ­мәтләндереү был тәңгәлдә яҡшы ойошторолған икән, бынан кеше өҙөлмәйәсәк. Әгәр ҙә әҙ генә берәй етешһеҙлек күҙәтелһә, тимәк, уйланырға урын бар.


Камиллыҡтың юҡтыр сиктәре тигән шикелле, Нәфисә Рәхмәтуллина ҡалаға курсҡа белемен камиллаш­тырырға барған, шул уҡ ваҡытта мәртәбәле бәйгелә ҡатнашып, “Үҙенең эшендә иң оҫтаһы” номинацияһында еңеү яулаған. Әйтеүенсә, үҙен хөрмәт иткәндәр оҫталығын даими арттырып, һәр ваҡыт белем эстәп торорға тейеш, шул осраҡта ғына барыһы ла уң барасаҡ. Ярыш тигәндән, бынан бер нисә йыл элек Санкт-Петербург ҡалаһында парикмахерҙар араһында ойошторолған конкурста мәртәбәле номинацияла еңгән, ә Башҡортос­танда икенсе урынды яулаған.


Әңгәмәсем, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, һәр яҡлап та үҫеш юлында. Ул, беренсенән, сифатҡа баҫым яһаған, икенсенән, камиллашыу яғында.


Танышыбыҙ Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында бер йорттоң бүлмәһен ҡур­тымға алған да шунда эшен киң йәйелдергән.


– Тура ғына әйтмәһә лә, атайым­дың бүтән эш менән шөғөлләнеүемде теләгәнен һиҙемләй инем. Үҙенең сәсен алғандан һуң да фекере үҙгәр­мәне. Беләһегеҙме, ҡасан хуплау һүҙҙәре әйтте? 5 разрядлы парикмахер булып киткәс кенә йөҙөндә ҡәнәғәтлек тойҙом.


Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы
Читайте нас