Йәмғиәт
9 Сентября 2019, 20:39

"Һуң беҙҙең бер ҡыҙыбыҙ Зөһрә исемле бит!"

– Әйтәм, таныш кеүек ине шул...

Фото: potrebiteli.guruФото: potrebiteli.guru
Фото: potrebiteli.guru
Ейәнсура районында була был хәл. Урта йәштәрҙәге ир ҡыҙҙары донъяға килгәс, тыуыу тураһында таныҡлыҡ алырға барған. Унда былай тип һорайҙар икән:
– Кем тип ҡушаһығыҙ?
Ағай уйлап торған-торған да:
– Зөһрә... Зөһрә тип яҙығыҙ, – тигән.
Ҡайтҡас, ҡатыны таныҡлыҡты алып ҡараған да:
– Һуң беҙҙең бер ҡыҙыбыҙ Зөһрә исемле бит! – тип ярһып киткән. Ағай шым ғына әйтеп ҡуйған:
– Әйтәм, таныш кеүек ине шул...
Читайте нас