Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Сентябрь 2019, 21:43

Хәтифә инәйҙе Путин ҡотланы

Баймаҡ районы Йәрмөхәмәт ауылында йәшәгән тыл ветераны ни хәлдә?

Фото: Земфира Ғәҙелшина.
Фото: Земфира Ғәҙелшина.
Баймаҡ районы Йәрмөхәмәт ауылында йәшәгән тыл ветераны Хәтифә Яуғастина ошо көндәрҙә 90 йәшлек оло байрамын билдәләне.


Ошо уңайҙан ағинәйгә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Ҡотлау хаты килде.


Юбилярҙы Ярат ауылы биләмәһе башлығы Илгиз Йәнбирҙин һәм райондың ветерандар советы рәйесе Көнһылыу Әхтәмова тәбрикләп, иҫтәлекле бүләкте тапшырҙы.


Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Нәзифә Әхмәтйән ҡыҙының зиһене шәп, хәтере яҡшы, һаулығына ла зарланмай. Ул ҡунаҡтарға иғтибарҙан айырмағандары өсөн ҙур рәхмәт әйтеп, изге теләктәр менән оҙатып ҡалды.
Читайте нас в