Ҡасаба Благовещен районының Туғай ауыл советы биләмәһендә урынлашҡан. 200-гә яҡын кешенең күпселеге Өфө моторҙар эшләү берекмәһе станцияһының элекке хеҙмәткәрҙәре. Улар Өфөлә теркәлгәндәр, ә ҡасабалағы эшмәкәрлекте баш ҡаланың Калинин районы тәьмин иткән. Станция ябылғас, халыҡты яңы йорттарға күсерергә вәғәҙәләйҙәр, әммә улар әүәлгесә емерек йорттарҙа йәшәүен дауам итә, сөнки ҡасаба ҡағыҙҙа юҡ иҫәпләнә. Ҡала кешеләре булып киткәс, моғайын, хәл-әхүәлдәре яҡшырыр.