Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Сентябрь 2019, 13:47

Легендар Элина Быстрицкая үҙ-үҙенә ҡул һалғанмы?

“Тымыҡ Дон” кинофильмында уйнаған легендар актриса Элина Быстрицкаяның үлеме буйынса яңы факттар асыҡлана.

Фото: kpcdn.net
Фото: kpcdn.net
“Тымыҡ Дон” кинофильмында уйнаған легендар актриса Элина Быстрицкаяның үлеме буйынса Тәфтиш комитеты өҫтәмә тикшереү үткәрә. Улар СССР-ҙың халыҡ артискаһының һуңғы көндәре нисек үтеүен асыҡлай.

Тәфтиш версияһы буйынса, актрисаны хәстәрләү яуаплылығы һалынған кешеләр махсус рәүештә бурыстарын үтәмәгән, шуға ла ағымдағы йылдың 26 апрелендә Элина Быстрицкая үҙ-үҙенә ҡул һалған. Әлеге ваҡытта Енәйәт Кодексының “Үҙ-үҙенә ҡул һалыуға алып барып еткереү” статьяһы буйынса эш асылыу-асылмауы хәл ителә.

Элина Быстрицкаяның ярҙамсыһы Людмила Голяндина әйтеүенсә, актрисаны ҡарау өсөн махсус кешеләрҙе билдәле шәхестең һеңлеһе София Шегельман яллаған. Уларҙың оло йәштәге актрисаға нимә һәм ҡасан ашатҡаны билдәһеҙ – һуңғы көндәрендә Быстрицкая үтә ябыҡҡан булған.

Шулай ҙа был версияның аңлашылмаған яҡтары ла бар, сөнки актриса өйҙә түгел, ә дауаханала вафат булған. Был хаҡта һеңлеһенең адвокаттары белдерә һәм актриса исемендә дан яуларға теләйҙәр, тип ышандыра.

Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Быстрицкаяның концерт директоры Ксения Рубцоваға ҡаршы асылған енәйәт эше тамамланыуға бара. Мәғлүм булыуынса, ул бәләкәй ваҡыт арауығы эсендә Быстрицкаяның банк иҫәптәренән 38 миллион һум аҡса алған һәм үҙләштергән.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, билдәле кешеләрҙең тормошо ни тиклем матур тойолһа ла, ғәҙәттә, вафаттарынан һуң бик күп йәмһеҙ һәм күңелһеҙ күренештәр асыла.
Читайте нас: