Күптәр ғаиләһендә ҡыҙ ҙа, малай ҙа булыуын теләй.
Ә бына Бөйөк Британияла йәшәгән Бретт фамилиялы ғаиләлә гел генә малайҙар донъяға килеп тора. Беренсеһе, икенсеһе, өсөнсөһө... һигеҙенсе, туғыҙынсы һәм хатта унынсыһы ла...
Әлбиттә, 11 ир-егет араһында йәшәгән Алексиста ҡыҙлы булыу теләге ҙур була. Тик унынсы сабыйы тыуғандан һуң ул башҡа бала тапмаҫҡа хәл итә. Әммә Хоҙайҙың хикмәте сикһеҙ шул. Кинйәләренә бер йәш тә тулып өлгөрмәй, ҡатын йәнә ауырлы икәнлеген белеп ҡала һәм 11-се сабыйға ла ғүмер бүләк итергә була.
Һөҙөмтәлә күптән көткән бәхет – ҡыҙҙары тыуа! Был бүләккә ата-әсә лә, улдары ла бик ҡыуана. Малайҙар үҙҙәрен тынысыраҡ тота башлай, һеңлеләрен бик яраталар, әсәләренә ярҙам итергә тырышалар икән.
Алексистың да тормошо хәтәр "ҡыҙыҡ". Ул таңғы 5-тә тороп ире Дэвидты эшкә оҙата ла, 1-1,5 сәғәт ваҡытты үҙенә генә бүлеп, тыныслыҡта үткәрә. Ә инде балалар уянғас, тормош гөрләй башлай. Ҡатын аҙнаһына кәмендә 50 тапҡыр кер йыуа, көнөнә ете тапҡыр саң һурҙырғысты тоҡандыра. Шулай булһа ла, бер нисә аҙнанан эшкә сығырға планлаштыра Алексис: ул фитнес-инструктор булып эшләй.
Уларҙа ла, беҙҙәге кеүек, ҡатынды әрләүселәр, балаларын аҡса өсөн генә таба тип әйтеүселәр бар икән. Тик Алексистың ире яҡшы хеҙмәт хаҡы алғас, әллә ни ҙур пособие алмайҙар. Уларҙың балалары, ысынлап та, тик һөйөү емештәре.
Көн һайын әле тегендә, әле бында балаларын йә ташлаған, йә үлтергән тигән хәбәрҙәр менән донъя тулғанда, ошоноң кеүек ғаиләләр һоҡланыу тыуҙыра.