Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Сентябрь 2019, 12:15

Мутлыҡҡа ҡаршы яуап

Ҡала автобустарында хаҡты туҡталышта төшөр алдынан бирәбеҙ. Мин дә, үҙемә тейешле “Үҙәк баҙар” туҡталышына килеп етер-етмәҫтән, шофер эргәһенә барып баҫтым. Ҡулымда – “Алға” картаһы.

Ҡала автобустарында хаҡты туҡталышта төшөр алдынан бирәбеҙ. Мин дә, үҙемә тейешле “Үҙәк баҙар” туҡталышына килеп етер-етмәҫтән, шофер эргәһенә барып баҫтым. Ҡулымда – “Алға” картаһы.


Күрәм: шоферҙың уң яғында капот өҫтөндә банк терминалы ята. Тимәк, карта менән иҫәп­ләшергә мөмкин. Был уңайлы ла (кеҫәләге тиндәрҙе һанап мәшә­ҡәтләнмәйһең), отошло ла.


Тик шофер минең картаны был терминалға тейҙереп кенә алды ла: “Аҡсаһы бөткән бит бының...” – тип ҡуйҙы. Нисек инде – бөткән? Кисә генә иҫәбенә 200 һум күсергәйнем. “Мониторҙы миңә табан бороп күрһәтегеҙ – “нуль” торамы әллә?” тим. Шофер, киреһенсә, уны үҙенә табан ыңғайлатып ҡуйҙы. Терминал бөтөнләй тоҡандырылмағанға оҡшай. “Ярай һуң, һеҙҙең терминал эшләмәгәнгә мин ғәйепле түгел!” тип автобустан ҡабалан­май ғына сығып киттем. Арттан ҡысҡырырмы тиһәм, бер ни ҙә өндәшмәне.


Сыҡҡас, уны фотоға төшөрҙөм: 249-сы маршут, “ПАЗик”тың дәүләт номеры – Х 462 КМ. Был фото минең смартфондан туп-тура 8 800 347 1111 “ҡыҙыу элемтә” телефонына китте.


Иртәгәһенә Өфө – Аэропорт юлындағы “Ял кафеһы” туҡта­лышында транспорт көтәм. Күркәм генә микроавтобус килеп туҡтаны. Бында инде хаҡты автобусҡа ултырыу менән бирергә кәрәк, сөнки ҡала эсендә икенсе тариф. Шофер эргәһендә түләү терминалы ла, уны хәтерләткән башҡа берәй аппарат та юҡ. Шулай ҙа, күрмәмешкә һалышып, уға “Алға” картаһын һонам. “Беҙҙең компания был картаға күсмәне әле”, – микроавтобус хужаһының яуабы шул булды. “Уныһы – һеҙҙең ғәйеп, мин түләүҙән баш тартмайым, был картала аҡса бар”, – тим. Ул өндәшмәне, газға баҫып ҡуҙғалып китте. “Матбуғат йорто” туҡта­лышына килеп еттек, төшөр алдынан шоферға ҡулаҡса һонам. “Юҡ-юҡ, кәрәкмәй, бына түрәләр терминал ҡуйырға ҡушмай бит, ни эшләргә...” – тип ҡул һелтәне шофер ағай. Быға яуап итеп, “Авто-лайн” компанияһының ошо автобусын фотоға төшөрмәнем.


Шоферҙар бынан отола тип уйлаһағыҙ, яңылышаһығыҙ: бер кешенән 20 һум алып еткермә­неләр, уның ҡарауы – пассажир­ҙарынан ҡулаҡсаның күпме йыйылғанын ул үҙе генә белә һәм байтаҡ өлөшөн кеҫәһенә һалыу мөмкинлеге бар. Был мутлыҡ электән килә һәм әле лә дауам итә.


Шул уҡ 249-сы маршруттың икенсе бер автобусына ултырҙым. Бында ла шофер эргәһендә банк терминалы ята. Сығыр алдынан транспорт хужаһына “Алға”ны тотторам, ул картаны ошо аппаратҡа тейҙереп кенә алды ла миңә табан боролдо: “Уҡымай бит картағыҙҙы, ни эшләргә?” “Ярай һуң, боҙолмай торған техника булмай инде ул, был юлы ҡулаҡса ғына бирәйем”, – тиһәң, ҡушҡуллап риза булырға тора. Һәм шундай яуапты көтә лә. Әммә шофер йораты яуап урынына һорауҙар ишетте: “Ни өсөн башҡаларҙыҡы эшләй, һеҙҙеке – юҡ? Бер ай ғына ҡулланыу осоронда нисек боҙолоп өлгөрҙө һуң әле?” Ул картаны шунда уҡ ҡоролмаға тағы тейҙереп алды һәм ... терминал эшләп тә китте, билеты ла килеп сыҡты.


Өфөнән “Мега-үҙәк”кә барғанда шоферҙың банк терминалын ултырғысы аҫтынан сығарыуы тураһында яҙғайным инде. Тимәк, пассажирҙарҙан йәшерә, тикшереүселәр осрай ҡалғанда өҫкә сығарып һаласаҡ, ә “хәүеф” юҡ саҡта ҡулаҡса ғына йыйып ултыра, шуға күрә контролерҙарға ғына һалынмаҫҡа, ә үҙебеҙгә лә ныҡышмал булырға кәрәк.
Читайте нас