Йәмғиәт
14 Сентября 2019, 14:56

Риэлтор һайлағанда һаҡ булайыҡ

Оҙаҡ йылдар тик ошондай эшмәкәрлек менән шөғөлләнгән бөтмөр егет шатланып риза була...

Фото: expert.org.kgФото: expert.org.kg
Фото: expert.org.kg
Удмуртия кешеһе фатирын һатырға була. Әлбиттә, хыялын тормошҡа ашырыу өсөн ул риэлторға мөрәжәғәт итә.
Оҙаҡ йылдар тик ошондай эшмәкәрлек менән шөғөлләнгән бөтмөр егет шатланып риза була һәм теге кешенең фатирын тиҙ арала һатырға вәғәҙәләй.
Әммә ул, үҙ файҙаһын ғына ҡайғыртып, тәүҙә фатирҙы үҙ исеменә теркәй. Унан һатып ебәрә, тик аҡсаһын йорт хужаһына тапшырмай, үҙ мәнфәғәтендә ҡуллана.
Әле был хәл буйынса тикшереү эше бара, ғәйепләнеүсегә төрмә янай, ул өйөндә һаҡ аҫтында тотола.

Асыҡланыуынса, 41 йәшлек риэлтор фатирҙы бер миллион ике йөҙ мең һумға һатҡас, кеҫә телефонын бөтөнләй һүндереп, фатир хужаһы менән бәйләнешкә инмәй. Алданғанын һиҙеп, йорт хужаһы полицияға мөрәжәғәт итә.
Читайте нас