Йәмғиәт
17 Сентября 2019, 12:18

“Шоколад”та дауаланған, яҡшы тормоштан “аҙған”...

Яңыраҡ ҡына Иркутск өлкәһендә юғары вазифа биләгән чиновниктың һыу баҫыуҙан зыян күргән кешеләрҙе “мәхлүк”тәр һәм “алкаш”тар тип атағанын (“бичь”, “быдло”) яҙғайныҡ, хәҙер иһә яҡшы тормоштан “аҙған” чиновник хаҡындағы хәбәрҙе Ульяновск өлкәһенән ишеттек.

Фото: life.ruФото: life.ru
Фото: life.ru
Яңыраҡ ҡына Иркутск өлкәһендә юғары вазифа биләгән чиновниктың һыу баҫыуҙан зыян күргән кешеләрҙе “мәхлүк”тәр һәм “алкаш”тар тип атағанын (“бичь”, “быдло”) яҙғайныҡ, хәҙер иһә яҡшы тормоштан “аҙған” чиновник хаҡындағы хәбәрҙе Ульяновск өлкәһенән ишеттек. Шулай итеп, Светлана Опенышева тигән чиновник "Инстаграм"ға Азербайджандағы шифаханан фотолар һалған. Унда ҡатын нафталан нефтендә ванна инә. Һүрәт аҫтында яҙма ла бар: "Шоколад күп булмай".
Фото ҙур резонанс тыуҙырған, ә Ульяновск өлкәһенең губернаторы Сергей Морозов IT-тармаҡ буйынса кәңәшсеһе Опенышевыға бәйле хеҙмәти тикшереү үткәрергә ҡушҡан.

Мәғлүм булыуынса, шифаханала нефть менән дауаланырға яратыусы чиновник былтыр 2 миллион һум самаһы аҡса эшләгән. Иркен фатиры, майҙаны гектарға яҡын ер участкалары, 250 квадрат метр майҙанлы ҙур йорто, сит ил автомобиле бар.

Йәмәғәтселек чиновниктың үтә шәп тормошта йәшәүенең финанс нигеҙен асыҡлауҙы талап итә.
Читайте нас