Йәмғиәт
18 Сентября 2019, 09:01

Егетен көнләшеп тиҫтерен туҡмаған

Үҫмерҙәрҙең ҡанһыҙлығына һәм башһыҙлығына бәйле видеояҙмалар интернет селтәрендә әленән-әле барлыҡҡа килеп тора.

Үҫмерҙәрҙең ҡанһыҙлығына һәм башһыҙлығына бәйле видеояҙмалар интернет селтәрендә әленән-әле барлыҡҡа килеп тора.


Сираттағы ваҡиға Мәскәү өлкәһендә булған. Интернетта таралған видеояҙмала тиҫтәнән ашыу ҡыҙ 16 йәшлек тиҫтерен туҡмай, башына һуға, ҡабырғаларына тибә. Надя (исеме үҙгәртелде) нимәнелер танып маташа, “мин быны эшләмәнем” тип ышандыра, әммә уны бер кем дә тыңламай, киреһенсә, был аҡланыу һүҙҙәре башҡаларҙы оторо ярһыта ғына.


Асыҡланыуынса, тиҫтерен туҡмауҙы ойошторған ҡыҙ Надянан егетен көнләшкән, имеш. “Башҡаның егете алдында ҡылансыҡланмаҫҡа ине”, – тип белдергән көнсөл үҫмер.


Видео интернет буйлап таралғас, туҡмалған Надяның әсәһе полицияға ғариза яҙған, ул шулай уҡ яҙманы селтәрҙән юйыуҙы талап итә, былай ҙа тиҫтерҙәре тарафынан кәмһетеү кисергән балаһы суицидҡа барып етер, тип ҡурҡа.


Һуғыш ойошторған үҫмерҙәр эше менән полиция ҡыҙыҡһынғас, үкенес белдереп, Надяның әсәһенә шылтырата башлағандар. Әммә ҡанһыҙ ҡыҙҙарға ҡылған енәйәт өсөн барыбер яуап бирергә тура киләсәк. Ә Надя был мәктәптән китмәксе.
Читайте нас