Башҡортостандағы һалым органдары кассаларҙы реформалауҙың өсөнсө этабын тамамланы.
Төбәктә һалым түләгән 35 меңдән ашыу берәмек 75 меңдән ашыу касса аппаратын ҡуллана. Быйыл ғына 12 мең самаһы физик һәм юридик берәмек 16 мең онлайн-касса алған. Әле хеҙмәткәрҙәрҙе яллап эшләткән, шулай уҡ бәләкәй сауҙа ойошмалары контроль-касса техникаһы хужалары исемлеген тулыландырҙы.
Шул уҡ ваҡытта онлайн-кассаларҙы файҙаланыуға контролде көсәйтеү ҡарала. Был һалым йөкләмәләрен кәметергә тырышҡан эшҡыуарҙар өсөн яуаплылыҡты көсәйтеү мөмкинлеген бирәсәк.
Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығындағы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл һалым органдары ошондай техниканы ҡулланыу тураһындағы ҡануниәтте боҙған өсөн меңдән ашыу берәмекте административ яуаплылыҡҡа тарттырған. Закон боҙғандарҙың күпселеге сауҙа, интернет аша сауҙа итеү, хеҙмәт күрһәтеү өлкәһендә теркәлгән. Пассажирҙар ташыу менән шөғөлләнгән шәхси компаниялар ҙа табышты йәшереп ҡалдырыу маҡсатында онлайн-ксассалар ҡуйырға ашыҡмай.
Яҡын арала һалым органдары контроль-касса техникаһын ҡулланыу йәһәтенән физик һәм юридик берәмектәрҙе тикшерергә ниәтләй.