Шаңҡытырлыҡ, ҡот осҡос хәл була 19 сентябрҙә Башҡортостан юлында.
Ул күрше төбәктә үк башлана. Руль артында китеп барған ирҙе ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре туҡтата. Наркотик тәьҫирендә икәнен күргәс, медицина тикшереүе үтергә саҡыралар. Тик ир баш тарта һәм тиҙ генә ҡуҙғалып ҡаса. Күпмелер барғас, юлдан ситкә сығып тәгәрәй, машинаһы янып китә. Үҙендә галлюцинация башлана: күҙенә киндер баҫыуы күренә, шунда йөҙөргә уйлай.
Ә был ваҡытта, янған машинала кемдер барҙыр тип уйлап, үтеп барыусы ир туҡтай. Ул-был иткәнсе, уның «Volksvagen» машинаһы ҡуҙғалып китеп бара. Баҡтиһәң, теге наркоман алып ҡасҡан икән. Урланған машинала күпме барғандыр, ул тик торған «КамАЗ»ға барып бәрелгәс кенә туҡтай. «КамАЗ» шоферы билдәләүенсә, ир шыр яланғас була.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ирҙе урман һыҙаты буйлап китеп барғанда тотоп ала. Ҡот осҡос хәл – бындай әҙәм аҡтыҡтарының руль артына ултырыуы күпме кешенең ғүмеренә хәүеф менән янай…