Йәмғиәт
23 Сентября 2019, 13:00

21 бала тәрбиәләйҙәр!

Улар яңыраҡ “Волга буйындағы иң уңышлы ғаилә” конкурсында “Ғаилә эше” номинацияһында еңеп сыҡҡан.

Фото: "Башинформ" МА.Фото: "Башинформ" МА.
Фото: "Башинформ" МА.
Благовещен ҡалаһынан Ирина менән Вәхит Вәлиевтәр-Вервельскийҙарҙың ғаиләһендә 21 бала йәшәй. Улар яңыраҡ “Волга буйындағы иң уңышлы ғаилә” конкурсында “Ғаилә эше” номинацияһында еңеп сыҡҡан.


Был татыу ғаиләлә өс бала үҙҙәренеке, икәүһе уллыҡҡа һәм 16-һы тәрбиәгә алынған. “Балаларҙы туған һәм туған түгел тип бүлмәйбеҙ. Ата-әсәләр уларҙы яратһа, аңлаһа, тормош ауырлыҡтарын күрмәһә, балалар ҙа бәхетле була. Ғәзиздәре тарафынан һөйөү, күңел йылылығы, иғтибар тойһа, ата-әсәләр ҙә ҡәнәғәт”, – ти Ирина Вервельская.


Әйткәндәй, был конкурс Саранскиҙа үткәрелгән.



Читайте нас