Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Сентябрь 2019, 16:55

Бәхетһеҙ осраҡ өс баланы атайһыҙ ҡалдырҙы

Кисә төндә Борай районында булған бәхетһеҙ осраҡ сәбәпле Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәре вафат була.

Фото: Lenta.ru
Фото: Lenta.ru
Кисә төндә Борай районында булған бәхетһеҙ осраҡ сәбәпле Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәре вафат була.
Дүрт ир “УАЗ” автомобилендә тау итәгенә менә. Улар машинан сыға, тик уны ҡул тормозына ҡуйырға онота. Ауыр машина шыуып төшөп китә, шул ыңғайы ауа һәм 34 йәшлек ирҙе иҙә.

Асыҡланыуынса, һәләк булған ир Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Ҡариҙел район-ара бүлексәһе хеҙмәткәре Дамир Ғәзизов булып сыға. Ул 2002 йылдан янғын һүндереү хеҙмәтендә эшләй. Курсанттан алып подполковникка тиклемге хеҙмәт юлын үтә. Төрлө ведомство наградалары һәм миҙалдары булған.
Дамир Ғәзизовтың ике ҡыҙы, дүрт йәшлек малайы һәм ҡатыны тороп ҡалды. Ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Читайте нас