Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Сентябрь 2019, 12:02

Әйҙә, рәхәтләнеп ҡырығыҙ!

Ҡунаҡханала белдереүҙәренсә, бүлмә 18 йәштән 38 йәшкәсә ирҙәр араһында айырыуса популяр...

Фото: lenta.ru
Фото: lenta.ru

Төркиәләге билдәле бер ҡунаҡхана туристарға һауыт-һаба ҡырырға, телевизорҙы, компьютерҙы ватырға, йыһаздарҙы туҙҙырырға рөхсәт биргән. Был хаҡта Рәсәйҙең туроператорҙары ассоциацияһы хәбәр итә.


Аланьяла урынлашҡан ҡунаҡханала махсус рәүештә нәфрәт сығарыу бүлмәһе булдырылған. Унда ҡунаҡ нимә бар шуны вата, ҡыра, емерә ала. Был стрестан ҡотолоу йәки ялды төрләндереү өсөн эшләнгән.
Ҡунаҡханала белдереүҙәренсә, бүлмә 18 йәштән 38 йәшкәсә ирҙәр араһында айырыуса популяр, эшҡыуарҙар һәм программистар өҫтөнлөк итә. Ҡайһы илдән тигәндә, Германия, Бөйөк Британия, Нидерланды, Скандинавия илдәренән ярһыуын баҫырға килгәндәр күп.
Хәйер, Рәсәй туристарының Төркиә курорттарында тәртип йәһәтенән былай ҙа артыҡ шатландырмағаны билдәле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәғзе яҡташтарыбыҙға ярһыуын баҫыр өсөн махсус бүлмә талап ителмәй.

Читайте нас