“Ошондай фажиғәләр ҡабатланып тора. Был социаль проблеманы хәл итеү тимер юлсыларҙан ғына түгел, ә барлыҡ граждандарҙың аңлы, тәртипле булыуынан да тора. Тимер юл буйының ҙур ҡурҡыныс тыуҙырған урын икәнен иҫегеҙҙән сығармағыҙ. Хәүефһеҙлек, транспортта йөрөү ҡағиҙәләрен иң тәүҙә үҙегеҙ теүәл үтәгеҙ, ғәзиздәрегеҙгә өлгө күрһәтегеҙ”, – тип мөрәжәғәт итте граждандарға Яңауыл станцияһы начальнигы Данил Тажетдинов.