Урал аръяғы райондарының бер ауылында күрше генә булып ике малай үҫә. Мәктәп йылдарынан уҡ Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итергә хыяллана улар.
Спорт менән шөғөлләнәләр, үҙҙәрен сыныҡтыралар, секцияға йөрөп, ҡул һуғышы серҙәрен үҙләштерәләр, йәғни ысын десантсы булырға әҙерләнәләр. Хыялдары тормошҡа аша, етмәһә, учебкаға бергә эләгәләр.
...Уҙған быуаттың 90-сы йылдары башы. Был ике башҡорт егетендә рух та, көс тә ташып тора. “Һеҙ ҡайҙан?” тигән һорауға ғорур рәүештә: “Башҡортостандан!” – тип яуаплайҙар. Шул саҡ ҡырҡ ерҙән йыйылған һалдаттар араһынан кемдер: “Ниндәй Башҡортостан булһын! Ғүмер буйы Башкирия булды”, – ти мыҫҡыллы итеп.
Уға тағы бер нисәү ҡушыла, йәнәһе, суверенитет алып, килештереп ебәрәһегеҙ. Был ике башҡортҡа шул һүҙ етә ҡала: күҙ асып йомғансы үҙҙәренән көлгән бер нисә егетте ергә һуҙып һалалар. Унан башҡаларҙың янына килеп: “Беҙ ҡайҙан?” – тип һорайҙар. Ҡурҡыуынан дер ҡалтырап төшкән һалдаттар бер-береһен бүлеп яуаплай: “Башҡортостандан! Башҡортостандан!..”