Әллә заманы шундай (улай тиһәң дәүерҙе лә кешеләр үҙҙәре яһай), әммә интернет селтәрендәге ҡаралы-һарылы мәғлүмәт көндәрҙе лә шундай төҫкә манырға әйтә түгелме һуң? Бәндәләр икһеҙ-сикһеҙ селтәрҙең яман яҡтарын һүгеп, әрләп торалар, үҙҙәре шунда инмәй тора алмайҙар ғына түгел, ә теге “ҡара” һәм “һары” мәғлүмәтте эҙләй башлайҙар. Ә бит бер ҡараһаң, кеше үҙе лә бер биологик компьютер. Уның хәтере лә, күңеле гәлсәрҙәре лә аяуҙы, һаҡлауҙы, хатта ҡурсалауҙы талап итә.
Интернетта тик матур һүрәттәр ҡуйған, яҡты шиғырҙар ғына яҙған сәхифәләр ҙә бар. Хуп.
Тормош булғас, барыһы ла ал да гөл бармай, әммә бер миҙгел генә булған был ғүмерҙе ҡараңғы төҫтәр менән буяу һәр кемдең эске асылына ла, көсөнә лә бәйле. Уңыштар өҫкә өйөлөп килгәндә, бәхетле мәлдәрҙә яҡшы булыуы ла еңел, ә бына һынауҙар, һыҙланыуҙар баҫҡан сағыңда үҙең дә башҡаларға иң ҡуя алыуың – бына ошо түгелме икән кеше булып ҡалыу?! Эйе, тап ошо.
Был юлдарҙы бөгөн иртән танышымдан алған смс хәбәрҙән һуң яҙам: ул шундай ҙур ауырлыҡтар кисереп, алға бара һәм ошо мәлендә миңә лә ваҡытын бүлгән: “Һин миңә шундай кәрәк. Рисәлә Йомағолова менән әңгәмәңде уҡып, үлемдән дә ҡурҡмайым. Йән - мәңгелек.”