Яңауыл ҡалаһында поезд аҫтында ҡалып һәләк булған 15 йәшлек ҡыҙ хаҡында яҙғайныҡ инде.
Платформала торған ҡыҙҙан шундағы ҡарауылсы бында нимә эшләүен һораған. Үҫмерҙең кәйефе һәйбәт тойолған. Һуңынан ҡарауылсы яҡынлашып килгән тауар поезын, ҡыҙҙың уға табан атлап китеүен һәм вагон аҫтында ҡалыуын күреп ҡалған.
Баҡтиһәң, ҡыҙ етем булған. Был фажиғәғә тиклем ул социаль селтәрҙәге барлыҡ биттәрен юйҙырған. Биш йыл элек үҫмер атаһын да, әсәһен дә юғалтҡан. Атаһы үҙенә ҡул һалһа, әсәһе йөрәк өйәнәгенән вафат булған. Үҫмер опекунында йәшәгән.