Көн һалҡын, болотло булһа ла, Әлшәй районының Ибрай ауылы халҡының күңеле күтәренке: улар күмәкләшеп өмәгә сыҡҡан. Буласаҡ мәсет һәм медпункт урынын сүп-сарҙан таҙарталар. Күмәкләп тотонғас, эш тә ҡарышмай, һә тигәнсе йыйыштырып та ҡуйҙылар. "Оҙаҡҡа һуҙмай, аҡса хәстәрләп, күтәреп тә ҡуйырға ине иҫәп", - ти ауылдаштар.
Буласаҡ мәсеткә ерҙе һәм бураны ауылдың аҫыл егеттәре хәстәрләгән. Рәфис Рәшит улы Йәнекәев 11х8 бура биргән, Рәүес Зиннур улы Ҡотоев менән берлектә ер юллағандар. Улар икеһе лә - ошо ауыл егеттәре. Ауылда төпләнеп, ғаилә ҡорғандар. Күпләп мал аҫрап, бал ҡорто тотоп ғүмер итәләр.
Әйткәндәй, Рәфис Рәшит улын кисә генә ауыл хакимиәте башлығы итеп һайлап ҡуйғандар. Үҙебеҙҙең булдыҡлы егет етәкселек итәсәк, тип уғата шатлана ауылдаштары.
Эш бөткәс, күмәкләшеп киләсәккә пландар ҡора-ҡора сәй эсеп кинәнде ибрайҙар. Шуны ла билдәләргә кәрәк: ауылдағы күп саралар урында йәшәүселәр тырышлығы менән үтә, таҙалыҡты, тәртипте лә башлыса улар күҙәтә. Афариндан башҡа ни әйтәһең, һеҙҙең кеүек ауылдар, халыҡ күберәк булһын ине республикабыҙҙа!