Европа, АҠШ һәм беҙҙең илдәрҙә феминизм сәскә атҡанда әле һаман ҡатын-ҡыҙҙы кешегә лә һынамаған илдәр бар. Мәҫәлән, Гватемалала ҡатын-ҡыҙҙы үлтереү енәйәткә лә һыналмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай илдәр күп. Ҡайҙа тиһегеҙме? Бына улар.
Был исемлектәге тәүге ил – Афғанстан. Бында ҡатын-ҡыҙ ни, әйбер ни. Бөтә бәлә илде 1994 йылда уҡ ялмап алған талибанда. Ҡатын-ҡыҙҙың был илдә, ысынлап та, хоҡуҡтары юҡ. Йыш ҡына ғаиләнең бурысы булһа, ҡыҙҙары менән түләйҙәр икән. Уларҙы бәләкәй саҡтан “ҡоллоҡҡа” һаталар (илдә балалар никахы тыйылһа ла). Афғанстан ҡатын-ҡыҙҙары уртаса 44 йәшкә тиклем генә йәшәй. Уларҙы йә туҡмайҙар, йә көсләйҙәр, йә медицина ярҙамы күрһәтеүҙән баш тарталар. Ҡатын бала тапҡан саҡта, уның янына бер кем дә бармай. Илдә ысын мәғәнәһендә тәбиғи һайлап алыу. Бала тапҡанда йә ҡалаһың, йә сабыйың менән бергә үләһең.
Артабан – Һиндостан. Бындағы ирҙәр ҙә афғандарҙан артта ҡалмаҫҡа тырыша. Был ил ҡатын-ҡыҙҙы көсләү буйынса донъяла беренсе урында! Статистика буйынса, һәр 22 минут һайын бер гүзәл зат мәсхәрәләнә. Бынан тыш илдә енси ҡоллоҡ таралған, уның менән бергә ВИЧ-сирҙәре лә. Әллә ни хоҡуҡтары булмаһа ла, берәүһе бар һәм ул ныҡлы беркетелгән: эшкә хоҡуҡ. Һиндостан ҡатындары тәүлегенә 20-шәр сәғәт эшләй, ә хеҙмәт хаҡын ирҙәргә ҡарағанда ике тапҡырға кәмерәк ала. Ни бары ҡатын-ҡыҙ кеше тип һаналмаған өсөн генә. Ғөмүмән, был илдә гүзәл зат артыҡ сығым килтереүсе тип иҫәпләнә, шуға күрә бөтәһе лә малай тыуһын тип хыяллана. Элегерәк тыуған ҡыҙҙарҙы йә батырғандар, йә джунглиға алып барып ташлағандар. Ә бына УЗИ барлыҡҡа килгәс, яралғының ҡыҙ икәнен белеү менән, аборт яһай башлағандар. Әлегә тиклем йыл һайын 700 меңдән ашыу ҡыҙ эмбриондарына аборт яһала бында.
Сомали гүзәл заттары ла бәхетле түгел. Был ҡурҡыныс илдә ҡатын-ҡыҙ булып тыумау күпкә хәйерле. Бында хатта 4-11 йәшлек ҡыҙҙарҙы ла көсләйҙәр. Сәскә атҡан педофиллыҡ бер нисек тә язаға тарттырылмай. Статистика буйынса, 95 процент ҡатын-ҡыҙ мәсхәрәләнгән.
Сәғүд Ғәрәбстаны ҡатындары башҡалар менән сағыштырғанда “яҡшыраҡ” йәшәй. Хиджабтар, ҡара менән буялған күҙҙәр... Урам буйында улар бер кем менән дә һөйләшмәй. Әлдә атлап йөрөргә ярай, тик барыбер ирекле йөрөй алмайҙар. Ни бары ир-ат оҙатыуы менән генә. Бынан тыш уларҙың бөтәһенә лә автомобиль йөрөтөргә, хатта техникаға яҡын барырға тыйыла. Әйткәндәй, 2011 йылдан дини полиция ҡатын-ҡыҙҙан күҙҙәрен дә ябыуҙы талап итә башлаған, сөнки уларҙың да “ымһындырғыс” булыуы ихтимал бит...
Пакистанда йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙы дөрөҫ түгел тип иҫәпләнгән ҡылығы өсөн үлтерәләр һәм был норма.
Чадта иһә ҡыҙҙар 10 йәштә кейәүгә сыға. Бында көн һайын йәберләнеүҙән ике ҡатын үлә. Барыһы ла быға өйрәнеп бөткән, шуға ул тәбиғи һанала. Шуға күрә был илдә йәшәгән меҫкен гүзәл зат башҡаса тормош булыуын күҙ алдына ла килтерә алмай. Уларҙы көсләйҙәр, туҡмайҙар, ғазаплайҙар, ә тирандарға бының өсөн бер нимә лә булмай.
Ҡыҙҙар, илебеҙҙең, ирҙәребеҙҙең ҡәҙерен белеп кенә йәшәйек!