Насип ағай йыйылыштан кәйефе боҙолоп, бик борсолоп ҡайтҡан. Ҡатыны, ирен ҡыҙғанып, уға кәңәш бирергә тотонған:
– Һин йәш кеше түгел инде, юҡ-барға ҡаныңды боҙма, нимә генә тиһәләр ҙә, иҫең китмәһен. Өндәшмәй ҡал.
Ире быға яуабын да тапҡан:
– Бер ҙә әрләшмәҫ инем дә ул, үҙҙәре мәжбүр итә. "Бисәң шикелле һин дә гел туҙға яҙмағанды һөйләйһең", тип теңкәмә тейәләр.
Быны ишеткәс, ҡатыны, ни эшләргә белмәйенсә, күҙе маңлайына менеп ҡысҡырырға тотонған:
– Әһә! Шулай тиҙәрме әле? Минең яманатымды һаталармы? Улай булғас, ҡысҡырыу ғына түгел, боғаҙҙарына йәбеш, һуғыш, әммә бисәңә һүҙ тейҙермә!