Йәмғиәт
26 Сентября 2019, 13:20

Дин әһеле ҡулға алынған

Бына һиңә дин әһеле!

Фото: Lenta.ruФото: Lenta.ru
Фото: Lenta.ru

Күп һанлы көсләүҙәрҙә ғәйепләнгән дин әһеле Николай Стремскойҙы дини эшмәкәрлекән ситләткәндәр. Был хаҡта Ырымбур епархияһы хәбәр итә.
Протоиерей әлегә тәфтиш эштәре тамамланғансы эшләмәйәсәк, ғәйепләүҙәр иҫбатланһа, уны оҙайлы төрмә көтә.
Стремской 70 бала тәрбиәләй: үҙенекеләрҙе һәм уллыҡҡа алғандарҙы. 25 сентябрҙә уға күп һанлы көсләүҙәрҙә, енси йүнәлешле башҡа енәйәттәрҙә ғәйепләүҙәр иғлан ителгән. Шулай уҡ дин әһеленең ҡатыны һәм бәлиғ булған ҡыҙы ҡулға алынған. Ете кеше зыян күргән тип табылған.
2015 йылда Стремской иҫерек килеш рулдә йөрөгән өсөн тотолоп, яуапҡа тарттырылған. Тәфтиш эше тамамланғандан һуң ул кире дини эшмәкәрлегенә ҡайтҡан булған.
Башҡортостанға күрше төбәктә йәшәгән Стремскойҙар ғаиләһе Рәсәйҙә иң күп балалы тип билдәләнгән.
Читайте нас